Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.65
+0.6
92.01
+0.97
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль , 11:43

Йырсы Илсиә Бәҙретдинова шәхси тормошоноң һәм ижади уңыштарының серҙәрен асты

Иҫәпһеҙ-һанһыҙ концерттары, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре араһында эстрада йондоҙо «Башинформ»ға килде һәм сәхнәләге уңышы, шәхси тормошо хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләне.

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Уның хаҡында башҡорт-татар эстрадаһының «бунтаркаһы» тиҙәр. Ауыл клубтарында бәләкәй, буш залдарҙа ижад юлын башлаған йырсы Илсиә Бәҙретдинова бөгөн илдең ҙур сәхнәләрен яулай. Йыл һайын республиканың баш ҡалаһында уның 20 көнлөк гастролдәре үтә, был рекордты әлегә башҡа бер артистың да уҙа алғаны юҡтыр.

Иҫәпһеҙ-һанһыҙ концерттары, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре араһында Башҡортостан һәм Татарстан йондоҙо «Башинформ»ға килде һәм сәхнәләге уңышы, шәхси тормошо хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләне.

ИЖАД ХАҠЫНДА

— Илсиә апай, ниндәй тәьҫораттар менән килеп еттегеҙ беҙгә?

— Шул тиклем рәхәтләнеп матур итеп йәшәп ятам: тәмле итеп ашаталар, залдарым тулы, сәскәләргә, бүләктәргә күмәләр, йәшәгән урыным матур, уңайлы. Иртән торам, ҡәһүә эсәм, яҡшы кәйеф менән сығып китәм. Бөгөн бына бер зарланыр урын юҡ.

— Бөгөн баш ҡалала унынсы көн концертығыҙ үтә — иҫ киткес! Был һеҙҙең ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яулаған артист булыуығыҙ хаҡында һөйләй. Өфө тамашасыһы башҡа ҡалаларҙыҡынан айырыламы?

— Мин һеҙҙең алда ла, сәхнәлә лә, башҡа интервьюларҙа ла шуны әйтәм: иң рәхмәтле, иң йылы энергетикалы тамашасылар Өфөлә. Йәшермәйенсә әйтәм, был ысынлап та шулай.

— Шул уҡ ваҡытта күптән түгел: «Тамашаларымдың һанын ҡыҫҡартам, йылына 200 концерт ҡуйып йөрөү етәр», — тинегеҙ...

— Хәҙер ҙә шулай тип әйтәм. Йәшем бара. Бына ошо көндәрҙә генә 45 йәш тулды. 200 тамаша — ул шәхси тамашалар ғына. Улар араһында ҙур эстрада концерттары, проекттар, интервьюлар бар — бөтөнләй ваҡыт ҡалмай. Мин бит әле әсәй кеше, улымды өйләндерәһе бар. Унан туғандарға ла иғтибар бүлергә кәрәк.

Йәш саҡта атай-әсәйемә, яҡындарыма иғтибарҙы әҙерәк бүлдем. Бәлки, артыҡ мөмкинлек тә булмағандыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар күп булды: атай-әсәй, әбейҙәр (өләсәйҙәр), ирем, апайым, дуҫтарым... Хәҙер уларҙы ҡайтарыу мөмкин түгел. Ә бит юғалтыуҙар тағы ла буласаҡ, бөгөн-иртәгә кемдең китерен белмәйбеҙ. Хәҙер бер бөртөк апайым ҡалды, улым бар. Шуға күрә был үкенестәр өҫтөндә эшләргә тырышам. Концерттар һанын ҡыҫҡартыу теләге лә ошонан килә. Мәҫәлән, әле улымдың тыуған көнө етте — мин гастролдә, апайымдың юбилейы — мин концертта... Яңы йылдар, 8 Март һәм башҡа байрамдарҙы бергә үткәрә алмайбыҙ. Хатта яҡын кешеләр, туғандар, күршеләр вафат булһа, мин уларҙы ерләргә лә бара алмайым. Шулай тормош яйлап ҡына минең янымдан үтеп бара. Ҡартайған көнөмдә үкенестәрем күберәк булырға мөмкин, хәҙер айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк тип ошондай ҡарарға килдем. 

— Фонограммаһыҙ йылына 200 концерт ҡуйыу мөмкин түгел, ти күптәр...

— Был һүҙҙе йыш ишетәм. Беҙҙең тере тауышҡа йырлауыбыҙға тамашасылар ғына түгел, хатта ҡайһы бер артистар ҙа ышанмай. «Бына беҙ айына биш тамаша ҡуябыҙ, сөнки тере тауышҡа ғына йырлайбыҙ бит», — тип тә ебәрә коллегалар. Тимәк, уларҙың концертына кеше йөрөмәйҙер, күрәһең... Ә минең яуабым шундай: район үҙәгендәме, ҡала сәхнәһендәме йә стадионда булһынмы, мин сығыш яһаған ваҡытта эргәмә менегеҙ ҙә минең микрофонымды тартып алығыҙ, унан аңларһығыҙ , тип кәңәш итәм ундайҙарға. Элек легендар шәхестәребеҙ Илһам Шакиров, Фәриҙә Ҡудашевалар ауылдарҙа көнөнә өсәр концерт ҡуйып йөрөгән, улар ҙа фонограммаға йырлағанмы ни?

— Республикабыҙҙағы тәүге концертығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

— Иң беренсе концертым Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында үтте. Бик матур, төҙөк ауыл, тип дуҫтарым барып ҡайтырға кәңәш иткәйне. Әммә концертыма бер кеше лә килмәне. Икенсе йыл тағы ла барып ҡараным, был юлы инде ун бишләп тамашасы килде. Бәлки, йәлләп килгәндәрҙер (көлә). Артабан йылдан-йыл залдарым тула башланы. Әгәр ҙә шул ваҡытта, Өфөлә меңәрләп тамашасы алдында сығыш яһаясаҡһың, тиһәләр, мин ышанмаҫ инем. Минең эстрадаға килеүемә инде 23 йылдан ашыу ваҡыт үткән. «Йырлай белмәйһең, бөтөнләй тауышың юҡ», — тип әйтеүселәр әле лә бар. Шуға күрә бөгөн йәштәргә кеше һүҙен тыңламаҫҡа һәм баш баҫып эшләргә, алға барырға кәңәш итәм.

— Ҡайһы республикалағы гастролдәр күберәк табыш килтерә?

— Сағыштырып ҡарағаным юҡ. Әммә Башҡортостандың биләмәһе лә ҙурыраҡ, ҡалалар һаны күп, мәҙәниәт йорттары һыйҙырышлығы буйынса ҙур. Шуға күрә бында турҙарҙың масштабы ла ҙурыраҡ.

Валерий Шахов
Валерий Шахов
Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

ШӘХСИ ТОРМОШО ХАҠЫНДА

— Яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙә шундай һүҙҙәр яҙып һалғайнығыҙ: «Эх, бары тик ҡатын-ҡыҙ булғым килә»... Сәхнә уттары һүнгәс, ябай тормошта ниндәй ул Илсиә?

— Мин үҙемде яп-ябай гүзәл зат тип һанайым. Бөгөн минең кеүек ҡатындар бик күп: үҙ эшен дә, ғаиләһен дә алып бара, машинаһын да йөрөтә, ҡайһылары хатта йөҙләгән, меңләгән кеше менән дә идара итә. Мине ауылда әбей (өләсәйем) үҫтерҙе. «Һин ҡатын-ҡыҙ булып тыуғанһың, һин көслө булырға тейеш, көслө булмағандарҙы тапап үтеп китәләр», — тип уҫал итеп тәрбиәләй торғайны ул беҙҙе. Бында нисек ебек булып үҫәһең? 

Күңел тулып киткән саҡтар була. Оҙон юлдар үтәбеҙ, бер мәл ҡысҡырып тороп илағы килә. Берәйһенә һалынғы, алдына ултырып йәлләтәһе килә. Мин дә ҡатын-ҡыҙ бит инде.

— Ә шулай ҙа етди мөнәсәбәт ҡорорға тәҡдим иткән, бөгөндән килеп тормош дилбегәһен үҙ ҡулына алырға әҙер булған ир-егеттәр ҙә юҡ түгелдер?

— Бар. Төрлө дәрәжәләге, төрлө йәштәге ир-егеттәрҙән тәҡдимдәр килеп тора. Әммә мин 18 йәшлек ҡыҙ бала түгел бит инде. Иң тәүҙә мин — әсә. Һәм тормошҡа сығыу — ул кибеткә сығып үҙеңә әйбер һайлап алыу түгел бит. Икенсе тапҡыр ғаилә ҡороп яңылышырға хаҡым юҡ. Тәүгеһендә мин законлы рәүештә булмаһа ла, 13 йыл буйы ир ҡатыны булып йәшәнем. Ул ғаилә булып етешеп бөтә алманы. Ғәйеп икебеҙҙә лә булғандыр. 

— Йәғни артта ҡалған тәжрибә был йәһәттән ҡамасау булып торамы?

— Әлбиттә, үткән ғаилә тормошо киләсәккә йоғонто яһамай ҡалманы. Ул саҡта ышанысты яулаған кеше ғәйепле түгел, иң тәүҙә уға ышанған һин ғәйепле. Ғөмүмән, хәҙер йәшем бара, ир-аттарға ла, тормошҡа ла башҡаса ҡарай башланым. Әйтәйек, миллиардер ир-егет килеп тәҡдим яһаны икән, ти. Иң мөһиме, аҡсаһы бар, бының менән генә йәшәп торайым әле, тип сығып булмай. Мин яратмаған ир-ат менән йоҡлау түгел, күңелемә ятмаған кеше менән хатта һөйләшә лә алмайым. Хистәр ҙә кәрәк, йүнле, ышаныслы кеше булыуы мөһим. Хәйер, мин 100 процентҡа бер кемгә лә ышанып етә алмайым. Хатта ҡайһы ваҡытта үҙ-үҙемә ышанмай китәм. Сөнки биш минутта холҡом ҡырҡ тапҡыр үҙгәрергә мөмкин. Әммә киләсәктә барыһы ла килеп сығыр тигән өмөттәмен, сөнки эргәлә берәй кеше булыуы кәрәк. Ауыр саҡта: «Нимә булды, илама, әйҙә, сәй яһап бирәм», — тиерлек иптәш кәрәк.

— Бөгөнгө мода: күп артистар пластик операция яһата һәм бөтә ғәмгә шул хаҡта һөйләй. Ә һеҙ йәшәреүҙең бындай ысулдары менән ҡулланғанығыҙ булманымы?

— Мин бер ваҡытта ла кешене тикшермәйем, хөкөм итмәйем. Кеше үҙ аҡсаһына, үҙ кәүҙәһенә үҙе хужа. Нимә теләй, шуны эшләтһен, әйҙә. Үҙемә килгәндә, пластик операция эшләткәнем юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интернетта нахаҡ һүҙҙәр яҙып маташтылар. Хатта бәғзе бер пластик хирург минең фигурама ҡарата үҙенең фекерен дә белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, имеш тә, битемә, түшемә операция эшләткәнмен, тиремде тарттырғанмын һ.б. Күрше тракторист Зөлфәр ағай һөйләп ултырһа, бер хәл, ә бында тәжрибәле табиптың баһа биреп ултырыуы кәйефемде төшөрҙө, әлбиттә. Күп яҡындарым уны судҡа бирергә, лицензияһын алып ташларға тәҡдим итте. Әммә һәр һөйләгән кешегә таш бәреп булмай бит. Мин йәшермәйем, уколдар эшләтәм. Ҡатын-ҡыҙға матур күренеү өсөн, ошондай яҡшы ысулдар бар икән, ниңә ҡулланмаҫҡа? Бөгөн урамда ХХI быуат. Пластик операция эшләтеүгә әлегә ҡаршымын, әммә киләсәктә был фекерем үҙгәрергә мөмкин.

— Беҙҙең уҡыусыларға – ҡатын-ҡыҙҙарға был йәһәттән ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

— Иң беренсе, бөтә табиптарҙың кәңәше — ул йоҡоға тейешенсә ваҡыт бүлеү. Ҡатын-ҡыҙҙарға кәмендә 9-10 сәғәт йоҡларға кәрәк. Көнөнә ике литр һыу эсергә кәңәш итәләр. Мин быларҙың береһен дә үтәмәйем һәм кәңәш тә бирә алмайым. Йәшел сәй, һут, ҡәһүә эсәм. Шул уҡ ваҡытта туҡланыуҙы бөтөнләй сикләмәйем, төрләндереп ашарға яратам. Көнөнә өсәр сәғәт буйы сәхнәлә бейеп-һикереп концерт ҡуям, был үҙе үк фитнес залындағы күнекмәләрҙе алыштыра.

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

КОМАНДАҺЫ ХАҠЫНДА

— Бөгөн күп артистар төрлө ваҡиғанан шаңдау тыуҙырып, интернетта үҙ уҡыусыһын йәлеп итә. Ә һеҙ социаль селтәрҙә тыныс ҡына ижадығыҙ, тормошоғоҙ менән таныштыраһығыҙ...

Эйе, бәғзеләр яһалма рәүештә һәр ваҡиғанан «хайп» эшләй. Уларҙың үҙ тормошо. Ә беҙ нисек бар, шулай күрһәтәбеҙ. Беҙҙең менән дә төрлө мажаралар булғылай, әлбиттә. Мәҫәлән, Бүздәктән дуҫтарыбыҙ күстәнәскә ҡыҙыл ҡатыҡ килтергәйне. Сөгөлдөр ҡушып эшләнгән бик тәмле эсемлек ул. Ҡунаҡханала һыуытҡыста урын булмау сәбәпле, мин уны тәҙрә төбөнә ултырттым да ҡорғанды тартып ҡуйҙым. 12 көн буйы концерт ҡуйып йөрөп теге ҡатыҡ иҫемә лә төшмәгән. Һуңғы көн ресторанда сәй эсеп ултырһаҡ, беҙгә ҡунаҡхананан шылтыраталар. «Илсиә, һеҙ бүлмәнең аҫтын-өҫкә килтергәнһегеҙ, тиҙ арала килеп етегеҙ», — тиҙәр. Баҡтиһәң, ҡыҙыл ҡатыҡ шартлаған икән. Аҡ ҡына ковролин, карауат, түбә-стеналар — бөтә бүлмә ҡып-ҡыҙыл төҫтә. 120 мең штраф түләргә тура килде, өр-яңынан ремонт яһанылар.

— Һеҙҙең командағыҙҙа 20-гә яҡын кеше эшләй. Етәксе булараҡ һеҙ талапсанмы?

— Минең командамда — 7 төрлө милләт, 5 төрлө дин вәкиле. Һәр береһе — талантлы ижадсы, сәхнәлә үҙ милли кейемендә, үҙ телендә сығыш яһай. Ижад кешеһенә ҡаты талаптар ҡуйып, ҡалыптарға һалып эшләп булмай, ул ирекле булырға тейеш. Уларҙы дәртләндерә, ҡеүәтләй белергә кәрәк. Командабыҙҙа бик күңелле, һәр ҡайһыһының милли, дини байрамдарын билдәләйбеҙ. Был һеҙҙе рухи яҡтан байыта. Африкан егете Джо матур итеп татарса йырларға өйрәнде. Яңы йыл байрамын иртәнсәктән билдәләй башлайбыҙ. Бүрәт республикаһында йәшәгән артисыбыҙ байрамды беҙҙән 10 сәғәткә алда ҡаршы ала. Бер туҡтауһыҙ ҡотлауҙар, шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ.

— Учалы районынан йырсы Илнур Ҡоләхмәтов та һеҙҙең командала ижад итә. Һуңғы ваҡытта әүҙем генә йырҙар сығара башланы, уны артабан үҫтерергә, шәхси концерттарын үткәрергә пландарығыҙ юҡмы?

— Төркөмөбөҙҙә ижад юлын башлап, бөгөн уңышлы булып киткән йырсылар байтаҡ. Уларҙың үҫешеүенә көнләшмәйһегеҙме, тип һорап ҡуялар ҡайһы ваҡытта. Нисек инде әсә үҙ балаһынан көнләшһен? Мин уларҙы үҙем сәхнәгә сығарам бит, һәр береһе менән ғорурланам. Ҡулдан килгәнсә костюмдар, уйын ҡоралдары, сәхнә ҡорамалдары менән ярҙам итергә тырышам. Сәхнәгә йәштәр килһен, улар яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә, заманса ижад итә, эстраданың сифаты тағы ла юғарыраҡ буласаҡ. 

— АЙ ЙОЛА төркөмөнөң ҙур билдәлелек яулауын нисек баһалайһығыҙ? Тағы ла кемдәрҙең ижады һеҙгә оҡшай?

— АЙ ЙОЛА төркөмө ҡыҫҡа ваҡытта билдәлелек яулап, бөтә донъяға мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтте. Еңеүселәрҙе хөкөм итмәйҙәр. Уларҙың яңынан-яңы үрҙәр яулауын бик ғорурланып күҙәтеп барам. Шулай уҡ Зәйнетдиндең ижады бик оҡшай, баҫҡан ерендә ут сәсрәтер егет. Улар барыһы ла — заман эстрадаһы өсөн, мәҙәниәт үҫеше өсөн бик күп эшләгән ижадсылар.

    Валерий Шахов
    Валерий Шахов
    Валерий Шахов
    Валерий Шахов
    Фото: Валерий Шахов
    Автор: Инсаф Хужабирганов
    Читайте нас