Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.65
+0.6
92.01
+0.97
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль , 10:46

Башҡортостанда алимент буйынса бурысы йыйылған ирҙе эҙләйҙәр

Ул балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурыслы.

матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте

Дыуан һәм Ҡыйғы райондары буйынса суд приставтары Салауат районында тыуып үҫкән 40 йәшлек Азамат Алис улы Сиражевты эҙләй. Ирҙең бәлиғ булмаған балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурысы бар. Ул Өфөлә ҡасып йөрөй.

Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8 (987) 587 26-16, 8 (347) 273-56-40 номерҙары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-10/v-bashkirii-ob-yavili-v-rozysk-dolzhnika-po-alimentam-4571673

Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас