Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 09:19

Республикала -32° тиклем һыуыта

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 9 февралдә, ҡар яуыуы, юлдарға көрт һалыуы, тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -6, -11°.

Шишәмбе, 10 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -20, -25°, көньяҡ-көнсығышта -12, -17°, көндөҙ -13, -18°, көньяҡ-көнсығышта -8° тиклем.

Шаршамбы, 11 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -20, -25°, аяҙытҡанда -27, -32°, көндөҙ -13, -18°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-09/v-bashkirii-poholodaet-do-32-4569583

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас