09:42 (UTC+5), 06 Февраля 2026

МХО-ла ҡатнашыусылар Абхазияла ял итергә мөмкин

Фото: Скриншот / А.Назаровтың ТГ-каналынан видео
Ләйсән Закирова

МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһына индерергә һәм Абхазияға ял итергә ебәрергә уйлайҙар. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Республика президенты Бадра Гунба һәм премьер-министр Владимир Делба менән ошо мәсьәләне тикшерҙе. Башҡортостан делегацияһы әле эш сәфәре менән Абхазияла.

Андрей Назаров билдәләүенсә, ике республикалағы кеүек үк аҙыҡ-түлек тауарҙарын алға ебәреү тураһында ла һөйләнеләр. Хәҙер Өфөнән Сухумға тура рейстар бар һәм был ҙур өҫтөнлөк бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан менән Абхазия араһында 2030 йылға тиклем хеҙмәттәшлек планы төҙөлгән. Премьер-министр уны «бик эшлекле һәм һығылмалы» тип атаны. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: уҙған йылдың 11 айында тауар әйләнеше 15 тапҡырға артҡан.

Абхазия яғы яуап сәфәре менән быйыл яҙ килергә ниәтләй.

«Башинформ» яҙғанса, туғандаш республикалағы коллегаларыбыҙ менән 29 сара өсөн юл картаһына ҡул ҡуйылған. Хеҙмәттәшлектә төп йүнәлештәр – иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт, туризм, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау 

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-06/uchastnikov-svo-iz-bashkirii-budut-otpravlyat-na-otdyh-v-abhaziyu-4567488

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика