07:09 (UTC+5), 05 Февраля 2026

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды

Фото: Элвин Грейҙың социаль селтәрҙәре
Инсаф Хужабирганов

Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Элвин Грей ҙур ыҙғышҡа нөктә ҡуйыуы хаҡында хәбәр итте. Артист суд бәхәсенән һуң киң билдәле «Тыуған яҡ» йырын музыкаль платформаларға кире ҡайтарҙы. 

Былтыр көҙ йырҙы башҡарыу хоҡуғына эйә булған Татарстандағы бер ойошма йырсыны авторлыҡ хоҡуғын боҙоуҙа ғәйепләп, судҡа дәғүә ғаризаһы биргәйне. Ҙур суммала компенсация түләү ҙә талап ителгәйне. «Башинформ» хәбәрсеһе артистың концерт директоры менән бәйләнешкә сыҡты һәм был бәхәстең нимә менән тамамланыуын асыҡланы.

«Үҙ-ара килешеү төҙөнөк. Арбитраж суды уның шарттарын билдәләне», — тип һөйләне «Элвин Грей» лейблы вәкиле. 

Элвин Грей «Тыуған яҡ» хиты үҙенең ижадында айырыуса бер урын алып тороуын билдәләне.

«Минең өсөн айырыуса үҙенсәлекле композиция: ике халыҡ яратҡан, тотош донъя буйынса үҙ тыңлаусыларын тапҡан легендар йыр. Һәм мин был хитты үҙемсә башҡара алыуым өсөн бигерәк тә шатмын», — тип уртаҡлашты артист.

Быға тиклем Вәсилә Фәттәхованың ире Илгиз Абдраҡипов ҡатыны мәрхүм булғандан һуң ғаиләһенең нисек йәшәүе хаҡында һөйләгәйне.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика