Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.98
-0.04
90.72
-0.53
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 09:22

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Башгидромет фаразы буйынса, ошо көндәрҙә Башҡортостанда ныҡ һыуыта.

5 февралгә ҡарай төндә республиканың күпселек райондарында һауа температураһы -23, -28°, урыны менән -33° тиклем түбәнәйә. Көндөҙ -15, -20° булыуы көтөлә.

Һалҡын һауа торошо оҙаҡҡа бармай, аҙна аҙағында температураның күтәрелеүе фаразлана.

Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә һәм юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-04/v-bashkirii-poholodaet-do-33-gradusov-4563300

Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас