Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.02
+1.29
91.25
+0.78
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль , 13:54

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде

Бөгөн ҡорал тотоп алған уҡыусы гимназияға һөжүм иткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Азат Ғиззәтуллин / Башинформ
Фото: Азат Ғиззәтуллин / Башинформ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәл урынына – Өфөнөң 16-сы гимназияһына килде. Бөгөн бында уҡыусы уҡытыусыға һәм уҡыусыларға һөжүм иткән. Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр юҡ. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.

Бынан алда Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфө мәктәбендә ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәл факты буйынса рәсми комментарий бирҙе. Ысынында иһә туғыҙынсы класс уҡыусыһының ҡулында уйынсыҡ ҡорал булған.

18+

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-03/glava-bashkirii-pribyl-na-mesto-chp-v-shkolu-ufy-4562397

Видео: Арсен Мортазин / Башинформ
Автор: Ксения Калинина
Читайте нас