09:47 (UTC+5), 03 Февраля 2026

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Наталья Овчарук

Дәүләт Думаһы депутаттары Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре территорияларында эшләгән ирекмәндәр өсөн яңы льгота индереү башланғысын хупланы. Атап әйткәндә, ирекмәндәр юғалған йәки ғәмәлгә яраҡһыҙ паспортты һәм водитель таныҡлығын яңыһына алмаштырыу өсөн дәүләт пошлинаһын түләмәй.

«Бөгөн ирекмәндәр бушлай, йыш ҡына үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, гуманитар йөк ташыу менән шөғөлләнә, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында эшләй, утҡа тотолғандан һуң емереклектәрҙе һүтә, зыян күргән торлаҡты тергеҙә, әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтә», — тип аңлатмалы яҙыуҙан өҙөмтә килтерә Рәсәй Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте.

Бынан алдараҡ «Башинформ» МХО зонаһына юлланған ирекмәндәр тураһында хәбәр иткәйне. Улар госпиталдәрҙә ятҡан пациенттарҙы ҡарай һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендәге халыҡтың башҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-03/u-rabotayuschih-v-novyh-regionah-volonterov-rossii-poyavitsya-esche-odna-lgota-4562062

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика