

Башҡортостанда хәҙер баланы ғаиләгә тәрбиәгә тапшырғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие район коэффициентын иҫәпкә алып 32 718,02 һум була, элек 30 982,97 һум ине, тип хәбәр иттеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Айырым осраҡтарҙа, ғаилә 7 йәше тулған баланы, шулай уҡ ике һәм унан күберәк бер туғанды тәрбиәгә алған осраҡта, пособие күләме 1 февралдән 249 992,30 һумға тиклем индексацияланды. Бер тапҡыр түләнә торған аҡса ғаиләгә тәрбиәгә алынған һәр бала өсөн бирелә.
Аҡсаны уллыҡҡа алыусылар, опекундар, тәрбиәгә алған ата-әсәләр һәм попечителдәр, шулай уҡ Рәсәйҙә даими йәшәгән сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр алырға хоҡуҡлы.
Түләүҙе Социаль фонд бүлексәһендә, күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша баланы ғаиләгә ҡабул иткәндән һуң 6 ай эсендә алырға мөмкин. Түләү тураһында ҡарар 10 эш көнө эсендә ҡабул ителә, аҡса раҫланғандан һуң 5 эш көнөнән һуң күсерелә.
Былтыр Башҡортостанда 1202 ғаилә ошо түләүҙе алды, тип өҫтәнеләр ведомствола.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.