
28-30 ғинуарҙа Башҡортостанда III «Кесе Ватан — Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй муниципаль форумының «Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары» төбәк көнө үткәрелә. Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иңдәренә ауыр бурыс һалынған муниципалитет башлыҡтарына ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
«Һеҙ беренселәрҙән булып халыҡ менән аралашаһығыҙ, тәүгеләрҙән булып уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итәһегеҙ. Ошо бурыстарығыҙға һеҙгә хас булмаған бурыстар ҙа өҫтәлде. Формаль күҙлектән ҡарағанда, был һеҙҙең вәкәләт түгелдер, бәлки. Беҙ һеҙҙең менән бергәләп илебеҙ президенты ҡуйған мөһим бурысты хәл итәбеҙ, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтәбеҙ. Был иһә үтә ауыр хеҙмәт.
Яугирҙәргә күмәкләп ярҙам итәбеҙ. Республикабыҙҙа хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә бармаған бер генә муниципалитет башлығы ла юҡ, әйткәндәй, улар беҙҙә 63. Сөнки улар быны үҙҙәренең бурысы тип иҫәпләй. Улар яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк ташый, беҙ йәмғеһе 171 гуманитар ылау ебәрҙек. Ошо ваҡыт эсендә 3000 автомобиль оҙаттыҡ. Һеҙ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән әүҙем эшләйһегеҙ», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, Рәсәй төбәктәре етәкселәре үҙ-ара дуҫ, республикабыҙ һәр ваҡыт Рәсәйҙең сик буйындағы яңы төбәктәренә һәм өлкәләренә ярҙам күрһәтә.
«Беҙ һәр ваҡыт шулай йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ. Һеҙгә лә танышырға, дуҫлашырға, ярҙам ҡулы һуҙырға, тәжрибә менән уртаҡлашырға кәрәк тип уйлайбыҙ», – тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.