31 ғинуарҙа Өфөнөң Дим районында сираттағы «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһы үткәрелә. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.
Программала – өфө приюттарынан эттәр менән танышыу, эттәргә аҙыҡ, йылы сепрәктәр йыйыу, ветеринария клиникаһы белгестәренән консультациялар, шулай уҡ хайуандара яуаплы һәм йылы мөнәсәбәт дәрестәре.
«Килегеҙ, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға бергәләп ярҙам итәйек!» – тип саҡырҙы Ратмир Мәүлиев.
«Кеше эҙләйем» акцияһы 31 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем «Дим» паркында була. Адресы: Островский урамы, 21/1.
11 декабрҙә Черниковкала ла ошондай акция уҙҙы. Ул саҡта 12 эт үҙенә хужа тапты.