Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.01
+0.09
90.29
+1.23
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар , 14:07

Башҡортостанда һыуыҡ көндәрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы штаб режимында эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы алдағы көндәрҙә, ҡаты һыуыҡтар ваҡытында, штаб режимында эшләй. Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә министр Ирина Головановаға ошондай бурыс йөкмәтте.

«Министрлыҡтың штаб режимында эшләүен һорайым. Һауа шарттары ҡатмарлы, температураны үҙегеҙ күрәһегеҙ. Әгәр ҡайҙалыр ғәҙәттән тыш хәл булһа, миңә хәбәр итегеҙ. Күмәкләп ярҙам итәбеҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, синоптиктар фаразлауынса, аҙнаның тәүге яртыһында Башҡортостанда -33 градусҡаса һыуыҡ булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-26/v-bashkirii-na-vremya-morozov-minzhkh-budut-rabotat-v-shtabnom-rezhime-4550525

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас