Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.92
-0.11
89.06
+0.27
62.51
+0.52
-31 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 17:06

Операция тыуҙырған матурлыҡ: ни өсөн пластик әмәлиәттәр модаға инә?

Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәр йә бер йырсының, йә икенсе артистың тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеүе хаҡындағы яңылыҡтар менән тулды. Ҡайһылары йөҙөн йәшәртеү өсөн хирург өҫтәленә ятһа, бәғзеләр төрлөсә фигураһын матурлап маташа. Ә һуңынан ошо хаҡта «сер итеп» бөтә ғәмгә һөйләп ташлайҙар.

Башинформ
Фото: Башинформ

Быға тиклем «Башинформ» Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаеваның түшенә имплант ҡуйылыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Ә йырсы Ринат Рәхмәтуллин ике туғандаш республика буйлап гастролгә сығыр алдынан блефаропластика яһатты. Уларҙы бындай үҙгәрештәргә нимә этәрә? Пластик операция һаулыҡҡа нисек йоғонто яһай? Ул кемгә ысынлап та кәрәк? «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе белгестәр менән бергә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне.

Заман заңы

Пластик хирург һәм табип Рөстәм Хөсәйенов фекеренсә, бөгөн пластик операция эшләтеү ажиотажы юҡ, бында сәбәп — кешеләрҙең барыһын да йәшермәй һөйләүендә.

«Айырыуса артистар пластик әмәлиәттәр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Көнбайышта бындай процедуралар күптән етеш тормош билдәһе булып тора. «Мин быны үҙемә рөхсәт итәм, үҙемде хәстәрләйем», — ти унда йәшәүселәр. Был уларҙың йәшәү кимәленең күрһәткесе», — ти табип.

Артистарҙың «тәбиғәтте» һәм ваҡытты еңергә маташыуының сәбәбе аңлашыла, сәхнәлә лә, тормошта ла башҡаларҙан матурыраҡ булырға, тамашасы иғтибарын яуларға кәрәк, тип белдерә хирург. Был юҫыҡта эстрада майҙанында үҙ-ара көрәш бара. Тик шуныһы бар, пластик операцияны теләгән һәр кем яһата алмай. Табип һүҙҙәренсә, әмәлиәт алдынан пациент ентекле медицина тикшереүе үтә. Әгәр ҡаршы күрһәтмәләр асыҡланһа, хирургтар операция яһауҙан баш тартыуы ла ихтимал.

«Мәҫәлән, пластик операция яһатыу теләге психологик сәбәптәргә бәйле икән, тимәк, психологтарҙы йәлеп итәбеҙ. Операцияның файҙаһы бармы-юҡмы икәнлеген тикшерәбеҙ. Ысынлап та, пластик операция, башҡа операциялар кеүек үк, организмдың өҙлөгөүенә, ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал», — тип аңлата Хөсәйенов.

Шул уҡ ваҡытта табип медицинаның бөгөн алға китеүен билдәләй. Уның һүҙҙәренсә, бөтә клиникалар ҙа лицензияға ярашлы эшләй, хәүефһеҙ технологиялар һәм сертификацияланған ҡорамалдар ҡуллана. Тик клиник алымдарҙың дөрөҫ ҡулланылыуы ғына мөһим. Шул саҡта операцияның һөҙөмтәһе хәүефһеҙ була. Тағы бер мөһим иҫкәрмә, 2023 йылдан башлап пластик хирургтар медицина университетын тамамлағандан һуң ординатурала биш йыл уҡый, шул уҡ ваҡытта башҡа белгестәр ике йыл белем ала. Был пластик хирургияның мөһим, етди йүнәлеш булыуы һәм белгестәрҙе әҙерләүгә иғтибар ҙур икәнлеге хаҡында һөйләй. 

Рөстәм Хөсәйенов
Фото: Рөстәм Хөсәйенов

Иң яҡшы операция — эшләнмәгән операция

Хирургтар араһындағы киң билдәле әйтем: иң яҡшы операция — эшләнмәгән операция. БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш психотерапевты Наталья Тулбаева ла был фекер менән килешә. Белгестең һүҙҙәренсә, пластик операция яһатыу теләге артында эске ҡурҡыуҙар торорға мөмкин.

«Мәҫәлән, ҡартайыуҙан ҡурҡыу: ошо арҡала кеше ваҡытты туҡтатырға теләй. Ә бөтмәҫ-төкәнмәҫ операциялар йөҙҙө йәнһеҙ битлеккә әйләндерә. Икенсе ҡурҡыу үҙбаһаның түбән булыуына бәйле. Мәҫәлән, кеше яңы танау бәхетлерәк тормош килтерәсәк тип ышана. Өсөнсөнән, ҡайһы берҙәр иғтибар үҙәгендә булыу өсөн пластик операциялар яһата. Коллегалары һәм дуҫтары улар хаҡында йыш һөйләй, төрлө яңылыҡтар тарала — был кешегә кинәнес килтерә. Шулай уҡ дисморфофобия синдромы кешене тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеүгә этәрә. Был патологик хәлдә кеше ҡиәфәте менән ҡәнәғәт түгел, үҙендә һәр саҡ етешһеҙлектәр таба, улар булмаһа ла, үҙгәрергә тырыша», — ти Наталья Риф ҡыҙы. 

Белгес билдәле актриса Екатерина Стриженованың тәбиғи булып олоғайыуын миҫал итеп килтерә. Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи сибәрлегенән нимә матурыраҡ булырға мөмкин?

Әлбиттә, үҙеңдә нимәлер үҙгәртергә теләү енәйәт түгел. Психотерапевт әйтеүенсә, үҙенең ҡиәфәтен үҙгәртергә теләгән кеше өсөн ысулдар күп — макияж, физик күнекмәләр, еңел косметик процедуралар. Әммә кешелә пластик операцияға бәйлелек барлыҡҡа килгән икән, ике психологик этапты үтергә кәрәк.

«Беренсенән, тәнеңдең етешһеҙлектәре тураһындағы уйҙарың һиңә насар йоғонто яһауын, тормошоңдо боҙған хата икәнлеген аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Улар тик ғазаптар ғына килтерә, әрнеүле хис-тойғолар ​​тыуҙыра.

Икенсе аҙым — был уйҙарҙы башта уҡ туҡтатырға тырышыу. Үҙең менән объектив диалог алып барырға өйрәнеү, үҙеңә «туҡта» тип әйтеп, ыңғай нәмәгә күсеү мөһим. Тәүҙә был бик ауыр буласаҡ, әммә яйлап һеҙ үҙегеҙҙең тышҡы ҡиәфәтегеҙ тураһында кире фекерҙә йәшәмәҫкә күнегәсәкһегеҙ һәм үҙегеҙҙе еңелерәк тоя башлайһығыҙ.

Бәләкәй түш, тигеҙ булмаған танау — һәр кем тиерлек үҙенең тәнендәге нимәлер менән ҡәнәғәт түгел. Әлбиттә, тейешле матурлыҡ нормаларын һәр кем үҙе һайлай. Иң мөһиме, тышҡы ҡиәфәтеңде тамырынан үҙгәртергә ҡарар итһәң, үҙеңә ваҡытында «туҡта» тип әйтә белеү мөһим, пластик операция алдынан психолог менән кәңәшләшеү кәрәк», — тип йомғаҡланы һүҙен Наталья Тулбаева.

Башинформ
Фото: Башинформ

Артист фекере

Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев:

«Сәхнәләге күп кенә коллегаларым пластик операция яһата, йәш күренеү өсөн күҙ ҡабаҡтары өҫтөндәге тиреһен алып ташлай. Әммә мин был алымға ҡәтғи ҡаршымын. Беҙ Аллаһ биргән кәүҙәне һаҡларға тейешбеҙ. Ул бит барыһын да уйлаған, үлсәгән. Икенсенән, ир-егет кешенең йөҙ һыҙаттары ҡырыҫ булырға тейеш тип уйлайым».

Әнүәр Нурғәлиев соцселтәрҙәренән
Фото: Әнүәр Нурғәлиев соцселтәрҙәренән
Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас