Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 23 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -15,-20°, төньяҡта -25°.
Шәмбе һәм йәкшәмбе, 24 һәм 25 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -25, -30°, аяҙытҡанда -35°, көндөҙ -15, -20°, төньяҡта -25°.
Бынан алдараҡ Ерҙә йылдың беренсе көслө магнит дауылы тамамланды.