Бөгөн, 22 ғинуарҙа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар республикала бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаның 2025 йылда балалар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында докладын тыңланы. Ольга Панчихина сығышында 2026 йылға пландар тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, быйыл республикала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Тотороҡло ғаилә клубтары асыла.
— Ҡалаларҙа һәм райондарҙа эшләп килгән «Ғаилә» үҙәктәрендә бөтәһе 20 ошондай клуб асыла, улар көрсөк кисергән ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәктәре булырға тейеш, — тип һөйләне Ольга Панчихина.
Бынан тыш, «Балалар тауышын ишетәбеҙ» программаһы сиктәрендә онлайн рәүештә балаларҙың фекерен белешеү, ҡарарҙар ҡабул иткәндә уларҙың да фекерен иҫәпкә алыу планлаштырыла. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, етем балаларға, уларға юридик ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Шулай уҡ ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү буйынса эште дауам итеү күҙаллана. Икенсе Бөтә Рәсәй социаль театрҙар фестивале ойошторола. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт ярҙамсылары төп дәүләт имтиханында һәм берҙәм дәүләт имтиханында күҙәтеүсе булып ҡатнаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.