Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.04
-1.48
88.79
-1.93
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар , 09:27

Республикала 34 градус һыуыҡ булыуы фаразлана

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шаршамбы, 21 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы -8, -13°.

Кесаҙна, 22 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан талғын. Төндә -20, -25°, аяҙытҡанда -30°, республиканың көньяғында -15°, көндөҙ -15, -20°, төньяҡта -25° булыуы фаразлана.

Йома, 23 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -24, -29°, аяҙытҡанда -34° тиклем, көндөҙ -20, -25°, көньяҡта -15°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республиканың баш ҡалаһында «Өфө муйынсағы»ның яңы һуҡмағы һалыныуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-21/v-bashkirii-prognoziruyutsya-34-gradusnye-morozy-4544287

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас