Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
12:22 (UTC+5), 20 Января 2026

Республикала урманды йыһандан күҙәтәләр

Был иһә 5,7 млн гектар.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлфиә Әһлиуллина

«Федераль урман хужалығы агентлығы менән системалы эш алып барыу һөҙөмтәһендә 2026 йылдың башына яҡшы күрһәткескә өлгәштек — хәҙер Башҡортостан урман фондының 100% йыһан күҙәтеүендә. Әгәр 2018 йылда урман фондының 6% ғына йыһандан күҙәтһәләр, бөгөн был 5,7 миллион гектар тәкшил итә», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, йыһан мониторингы урман инспекторҙарының мөһим ҡоралы булып тора.

«Былтыр ғына система урман ҡануниәтен боҙоуҙың 71 осрағын асыҡларға ярҙам итте. Спутниктар барыһын да «күрә»: рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыусыларҙың эшен генә түгел, ә ҡуртымсылар яғынан ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ла. Декларацияһыҙ эшләү, участкаларҙы үҙ белдеге менән биләү, ғәмәлдән сыҡҡан документтар менән ағас ҡырҡыу – хәҙер законды урап үтергә маташыу асыҡ күренә. Закон боҙоуҙарға юл ҡуймайбыҙ, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла. Минең позициям ябай: урманда тәртип булырға тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-01-20/v-bashkirii-100-lesa-nahoditsya-pod-kosmicheskim-monitoringom-4543807

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика