Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар , 11:29

Быйыл берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн минималь балдар билдәле булды

БДИ-2026 тапшырыу өсөн рус теленән кәмендә 24 балл йыйырға һәм база кимәлендәге математиканан имтихан тапшырырға кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт хәбәр итеүенсә, 2026 йылда берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн минималь балдар билдәле булды. Документтарҙан күренеүенсә, аттестат алыу өсөн мәктәп тамамлаусыларға рус телен кәмендә 24 балға, шулай уҡ база кимәлендәге математиканы тапшырырға кәрәк.

Юғары уҡыу йортона инеү өсөн рус теленән 36 балл талап ителә. Йәмғиәтте өйрәнеү фәнен тапшырыу өсөн — кәмендә 42 балл. Информатика өсөн – 40 балл. География өсөн – 37 балл. Биология, физика һәм химия өсөн — 36 балл. Тарих һәм әҙәбиәт буйынса – 32 балл. Профилле математика буйынса – 27. Сит телдәр буйынса – 22 балл.

Бынан алдараҡ Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт БДИ-ға ғариза биреү көнөн билдәләне. Төп этап 1 июндән 9 июлгә тиклем үткәрелә. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-20/stali-izvestny-minimalnye-bally-dlya-sdachi-ege-2026-4542830

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас