Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Олег Хмариндың «Башинформ»ға һөйләүенсә, ғәмәлдәге юл хаҡы иҡтисади яҡтан нигеҙһеҙ.
«Запас частарға, ремонт эштәренә сығымдар артты, хәрәкәттәге состав ҡиммәтләнде. Шуға бәйле ҡайһы бер ташыусылар беҙгә 2026 йылдың февраленән ҡала автобустарында йөрөү хаҡын арттырыу тураһында ғариза ебәрҙе», — тине Олег Хмарин.
Шәхси эшҡыуар Миназов К. З., 208-се маршрут (2026 йылдың 16 февраленән): банк картаһы һәм ҡулаҡса менән – 40 һум, «Алға» картаһы менән — 40 һум;
Шәхси эшҡыуар Батыров Ф. Ф., 209-сы, 228-се, 230-сы, 232-се, 235-се, 249-сы, 262к, 266-сы, 270-се маршруттары (2026 йылдың 1 февраленән): банк картаһы һәм ҡулаҡса менән – 46 һум, «Алға» картаһы менән – 46 һум;
«Кольцо» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 207-се, 218-се маршруттар (2026 йылдың 1 февраленән): банк картаһы һәм ҡулаҡса менән – 46 һум, «Алға» картаһы менән – 46 һум;
«ПАН Авто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 244-се маршрут (2026 йылдың 1 февраленән): банк картаһы һәм ҡулаҡса менән – 50 һум, «Алға» картаһы менән – 50 һум;
«Өфө автобус линиялары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 246-сы маршрут (2026 йылдың 1 февраленән): банк картаһы һәм ҡулаҡса менән – 46 һум, «Алға» картаһы менән – 46 һум.
Электр транспортына килгәндә, Өфө трамвайҙарында һәм троллейбустарында юл хаҡы әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала, һәр хәлдә февраль башына тиклем.
«Беҙҙә электр транспорты көйләнгән тариф буйынса эшләй. Тимәк, тарифтар республика кимәлендә билдәләнә. Әле Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында ошо турала фекер алышыу бара. 1 февралгә юл хаҡы элеккесә ҡала, әммә арттырыу мәсьәләһе лә тикшерелә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Олег Хмарин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.