Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар , 15:50

Башҡортостанда -27° тиклем һыуыта

Республикала һыуыҡ һауа торошо фаразлана.

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 19 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -8, -13°.

Шишәмбе, 20 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүе мөмкин, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16°, аяҙытҡанда -18, -23°, көндөҙ -7, -12°.

Шаршамбы, 21 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -14, -19°, аяҙытҡанда -22, -27°, көндөҙ -9, -14°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-19/v-bashkirii-poholodaet-do-27-4541333

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас