Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар , 18:10

Башҡортостан 2025 йылда ниндәй социаль объекттар төҙөгән?

Йәшәү өсөн иң мөһиме нимә? Һәр кем өсөн яҡшы торлаҡ, балалар баҡсаһы, мәктәп, дауахана яҡында ғына булыуы мөһим. Былар — иң кәрәклеһе. Шулай уҡ мәҙәниәт, спорт объекттары ла эргәлә урынлашһа, уңайлыраҡ.

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан бөтә йүнәлештәр буйынса ла әүҙем үҫешә. 2025 йылда республикала 76 социаль объект төҙөлгән, дөйөм инвестициялар 9 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Төҙөлөш тармағының уңыштары һәм киләсәккә пландары тураһында «Башинформ» агентлығының мәҡәләһендә уҡығыҙ.

2025 йыл ил өсөн финанс яҡтан ярайһы уҡ ауыр булды, тип белдерҙе президент Владимир Путин «Йыл һөҙөмтәләре» программаһы барышында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та иҡтисади ауырлыҡтарҙы бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға ҡарамаҫтан, республика 14 социаль объектты төҙөп бөттө һәм файҙаланыуға тапшырҙы.

«Әлеге ауыр осорҙа республика халҡы алдында йәшәү сифатын яҡшыртыу, социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме, эште туҡтатырға ярамай. Сроктар күсерелһә лә, алға барырға тейешбеҙ. Артабан да шулай эшләйәсәкбеҙ», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Медицинаның алғы һыҙығында

Республикабыҙ өсөн демографик үҫеш төп маҡсат булып ҡала. Буласаҡ әсәләрҙе дәртләндереү, йәш ғаиләләрҙе арттырыу өсөн район үҙәктәрендә заманса уңайлыҡтар булдырыла. 2025 йылда һигеҙ районда — Языков, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман, Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаларында заманса ҡатын-ҡыҙ консультациялары асылды. 2026 йылда Салауат, Хәйбулла, Балтачев, Ҡарайҙел райондарында тағы ла дүрт объект асыу планлаштырылған.

2025 йылдың иң төп проекты булып, һис шикһеҙ, Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы тора. Уны ил президенты Владимир Путин июндә видеобәйләнеш аша асҡайны. Төбәктә беренсел медицина ярҙамы ла йылдам үҫешә: Асҡын районында дауахана асылды, Яңауылда, Учалыла, Благоварҙа яңы үҙәк район дауаханалары төҙөлөшө тамамланды. Улар тәүге пациенттарҙы ғинуарҙа ҡабул итә башлай. Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында яңы дауаханаларҙы төҙөү тамамланып килә, уларҙы ағымдағы йылдың февраленә асыу планлаштырылған.

Медицина фәндәре докторы, профессор, БР һаулыҡ һаҡлау министры кәңәшсеһе Вил Тимербулатов йылға йомғаҡ яһап, Республика кардиология үҙәгенең республикала ғына түгел, Волга буйы федераль округында ла алдынғы медицина учреждениеһына әүерелеүен билдәләне.

«2025 йыл төбәккә бик күп ҡаҙаныштар килтергән уңышлы йыл булды. Иҡтисади ауырлыҡтарға, МХО һалдаттарына һәм шефлыҡҡа алынған Луганск ҡалаларына бер туҡтауһыҙ ярҙам итеүгә ҡарамаҫтан, социаль тармаҡ төбәк Башлығы һәм хөкүмәте өсөн өҫтөнлөклө булып ҡалды.

Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусы асылыуы үтә ҡыуаныслы булды. Бөгөн ул республикала ғына түгел, тотош Волга буйы федераль округында иң алдынғы медицина учреждениеһы һанала. Уның заманса ҡорамалдары иң ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе башҡарырға, мәҫәлән, аорта һәм башҡа ҙур тамырҙарға операциялар эшләү мөмкинлеген бирә.

Шул уҡ ваҡытта беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙә лә алға китеш ҙур: райондарҙа ФАП булмаған йә ремонт талап ителгән ауылдар ҡалманы — былтыр ғына 134-е пунктты файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Республика ФАП-тар һаны буйынса илдә икенсе урында килә, уларҙың һаны 2 меңдән ашыу. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса район дауаханалары ла системалы төҙөкләндерелә. Ауыл халҡы хәҙер районда сифатлы медицина ярҙамы алырға мөмкин», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Вил Тимербулатов.

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Яҡты киләсәккә нигеҙ

Республика Башлығы Радий Хәбиров республикаға ҡайтҡас та Өфө тирәһендәге ауылдарҙы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуйҙы. Ул Мәскәүҙә илдең мәғариф министрлығы етәкселеге менән һәр объекттың төҙөлөшө хаҡында айырым һөйләшеп, килешеп ҡайта. Республика өсөн Өфө районының Шмидтов ауылында 640 урынлыҡ яңы белем биреү үҙәге һәм «Башҡортостан сәскәләре» биҫтәһендә 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылыуы шатлыҡлы ваҡиға булды. Шулай уҡ Затон-Көнсығыш һәм Кузнецов Затоны биҫтәләрендә мәктәптәрҙе төҙөү тамамланыу алдында, февралгә тиклем унда дәрестәр башлана.

Шулай уҡ быйыл йыл башында Әбйәлил районының Асҡар ауылында полилингваль гимназия асыласаҡ. Төбәк хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов билдәләүенсә, әле мәғариф учреждениеһында лицензиялау процедуралары бара.

Былтыр Өфөлә шәп проект — 360 урынлыҡ үҙенсәлекле математика мәктәп-интернаты төҙөү башланды. Төҙөлөшкә 3 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән, ә уны асыу 2027 йылға планлаштырылған. Шулай уҡ Өфөнөң Нуғай ауылында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы.

Тағы ла бер мөһим бурыс — төпкөл ауылдарҙа мәҙәниәтте үҫтереү. Былтыр Баймаҡ районының Урғаҙа һәм Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылдарында заманса социаль-мәҙәни үҙәктәр асылып, урындағы халыҡтың яратҡан урындарына әйләнде. Бөгөн ауылдарҙа сәнғәт, музыка мәктәптәре асыла, яңы түңәрәктәр, спорт секциялары ойошторола. Төпкөл ауылдарҙа йәшәү сифаты ҡаланыҡынан һис ҡалышмай.

Политолог Артур Сөләймәнов билдәләүенсә, Башҡортостанда социаль-мәҙәни үҙәктәр төҙөү төбәк хөкүмәте өсөн мөһим йүнәлеш булып тора.

«Бер яҡтан, улар милли проекттарға нигеҙләнә, был төҙөлөштө федераль финанслау мөмкинлеген бирә. Икенсе яҡтан, улар төбәк өсөн һәм шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөн айырым яуаплылыҡ мәсәьәләһе булып тора.

Төбәк бюджеты дефицитын ҡараһаң, бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин булмаҫлыҡ кеүек тойола. Йыш ҡына киң мәғлүмәт саралары ошондай һорау бирә. Минеңсә, бындай проекттар инфраструктура булдырыуҙан тыш, мөһим социаль-мәҙәни һәм берләштереү әһәмиәтенә эйә. Был үҙәктәр йәмғиәттә үҙ-ара аралашыу, социаль-мәҙәни үҫеш һәм халыҡта һәләттәрҙе асыу өсөн бик мөһим. Бөгөн бындай проекттар аша мәҙәни берҙәмлекте һәм күп төрлөлөктө тәьмин итеү айырыуса мөһим. Иҫегеҙгә төшөрәм, президент Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы иғлан итте», — тине Артур Сөләймәнов.

Артур Сөләмәнов фотоһы
Фото: Артур Сөләмәнов фотоһы

Коммуналь яңырыш

Социаль объекттар төҙөүҙән тыш, төбәктең мөһим коммуналь селтәрҙәрен яңыртыу ҙа дауам итә. 2025 йылда алға китеш ул 8 райондың һәм өс ҡаланың 28 мөһим коммуналь объекты ремонтлау. 

Һөҙөмтәләр яҡшы 23 объект файҙаланыуға тапшырылды. Улар араһында 68 саҡрым оҙонлоҡтағы яңыртылған һыу тәьминәте селтәре, 4 саҡрымдан ашыу йылы тәьминәте селтәре, ремонтланған ҡаҙанлыҡтар. Былтыр тармаҡҡа 1,19 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, уларҙың 774,7 млн һумы федераль бюджеттан йәлеп ителгән. Уның һөҙөмтәһе — 37 меңдән ашыу кешенең йәшәү шарттары яҡшыртылды.

Бынан тыш, Өфөнөң Забелье ҡалаһында өс канализация ҡоролмаһы төҙөлөп бөттө, улар Киров һәм Дим райондарындағы яңы һыу үткәргес менән бергә 9 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлөшөнә нигеҙ һалынды.

Шул уҡ ваҡытта «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты тормошҡа ашырыла башланы. 2025-2027 йылдарға төбәккә 4 миллиард һумдан ашыу (федераль бюджеттан 2,8 миллиард) аҡса ингән. Өҫтөнлөклө проекттар 28 эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала, шул иҫәптән 68 километр һыу селтәрен һәм 4 километр йылылыҡ селтәрен реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау.

Шулай уҡ әһәмиәтле спорт объекттары төҙөлөшө тамамланған, Мәләүез ҡалаһында «Спартак» стадионы, Фёдоров һәм Көйөргәҙе райондарында яңы бассейндары асылды.

Шуныһы мөһим: республика «Коммуналь хужалыҡ инфраструктураһын яңыртыу» федераль проекты буйынса федераль килешеүҙә билдәләнгән барлыҡ күрһәткестәргә иреште.

«2025 йылда беҙ планлаштырылған бөтә проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ. Тәү сиратта был «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектына ҡағыла. Төҙөкләндерелгән майҙандар һаны арта, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған инженер селтәрҙәре күләме буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инә», — тип билдәләне БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

https://www.bashinform.ru/news/detalno/2026-01-14/kakie-sotsialnye-ob-ekty-stroila-bashkiriya-v-2025-godu-4535959

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас