

Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан төҙөүселәре ярҙамы менән реконструкцияланған 7-се мәктәп асылды. Белем усағы 2022 йылда утҡа тотоуҙан ныҡ зыян күргәйне. Өсөнсө сиректә ҡала балалары үҙҙәренең мәктәбендә уҡый башланы. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Мәктәптә ремонт эштәре бер нисә этапта башҡарылды. Эшселәр ҡыйыҡты, ишектәрҙе ремонтланы, бинаны эске яҡтан биҙәне, тәҙрәләрҙе, тышҡы һәм эске инженер селтәрҙәрен, коммуникацияларҙы алмаштырҙы, ҡаҙанлыҡты яңыртты. Быйыл биләмәне төҙөкләндереү, спорт майҙансығын йыһазландырыу, фасадты төҙөкләндереү бурысы тора.
«Былтыр йәй мин ошо мәктәптә булдым, ул саҡта беҙ физика кабинетын йыһазландырырға ярҙам итеү тураһында һөйләшеп килештек. Тиҙҙән бының өсөн кәрәк-яраҡтар алып килербеҙ. Мәктәп буш тормай. Әле унда 200-ҙән ашыу бала уҡый, беренсе класс уҡыусылары ла бар. Донбасс ҡалалары ҡәҙимге тормошҡа ҡайта башланы. Был йәһәттән артабан да уларға ярҙам итербеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.