4 февралдән Nordwind Airlines авиакомпанияһы Өфө — Дүшәнбе — Өфө маршруты буйынса осоштар йышлығын арттыра.
Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рейстар шаршамбы һәм йәкшәмбе көндәрендә Boeing 737-800 самолеттарында башҡарыла. Өфөнән урындағы ваҡыт буйынса 19.25 сәғәттә оса. Юлға 3 сәғәт 15 минут ваҡыт китә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһы ла Өфөнән Дүшәнбегә тура рейстар башҡара.
«Башинформ» яҙғанса, 1 ноябрҙән Өфөнән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осоштар программаһы киңәйә. Utair авиакомпанияһы Дубайға яңы даими рейс аса.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-16/reysov-iz-ufy-v-tadzhikistan-stanet-bolshe-4538851