

Башҡортостан Башлығы республика прокуратураһы ветерандарын һәм коллективын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Прокуратура һәр ваҡыт законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибенең ышаныслы нығытмаһы булды һәм булып ҡала, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Һеҙҙең һөнәри оҫталыҡ, принципиаллек һәм эшкә тоғролоҡ — йәмғиәт өсөн ысын ҡалҡан, көслө суверенлы дәүләттең нигеҙе. Республикабыҙ прокуратураһының хаҡлы рәүештә Рәсәй Федерацияһында иң һөҙөмтәлеләр иҫәбенә инеүе менән ғорурланам. Енәйәтселек, коррупция, экстремизм, кеше хоҡуҡтарын боҙоуға ҡаршы көрәш етди һөҙөмтәләр бирә. Былтыр ғына прокуратура органдары закон һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙың 91 меңдән ашыу осрағын асыҡлаған. Һеҙҙең яуаплы хеҙмәтегеҙ ярҙамында хоҡуҡ боҙоуҙар һаны кәмей бара. Прокурорҙың ваҡытында иғтибар биреүе һөҙөмтәһендә етем балаларҙың, инвалидтарҙың, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелә. Меңдән ашыу кеше күптән көтөлгән торлаҡ алды», — тине ул.
Республика власы органдары менән берлектә һуңғы өс йылда эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡырҡа кәметеүгә өлгәшелде — 880 миллиондан 134 миллион һумға тиклем, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Хөрмәтле иптәштәр! Һеҙҙе тағы бер тапҡыр Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, көс-дәрт, түҙемлек, изге һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!» — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе илдең Прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙары йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ағзаларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Альбина Таджибаева һәм Гөлсинә Шиһапова «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдарына лайыҡ булды. Ғәлиә Савельеваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеме бирелде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.