Өфөлә суд приставтары бәлиғ булмаған балаһын ҡарау өсөн аҡса түләмәгән Елена Ш.-ны эҙләй. 1991 йылғы әсәнең 1 миллион һумдан ашыуыраҡ бурысы бар. Республиканың суд приставтары хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Елена оҙаҡ ваҡыт ҡасып йөрөй, һуңғы йәшәгән урынында тормай, шуға күрә уны башҡарма эҙләү иғлан ителгән.
Еленаны күргән йәки ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8 (347) 273-56-40, 8-927-319-71-40 телефондары буйынса шылтыратып хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.