Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.79
+0.56
91.97
-0.13
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар , 17:09

Өфөлә етенсе тапҡыр «Аксаков шыршыһы» үтте

Байрамға Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан 253 үҙенсәлекле бала һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән 79 бала саҡырылды.

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бөгөн, 13 ғинуарҙа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында етенсе тапҡыр «Аксаков шыршыһы» үтте. Байрамда Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан, Тәтешле, Илеш, Дүртөйлө, Бөрө, Бүздәк, Шишмә һәм Өфө райондарынан 253 үҙенсәлекле бала һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрендә тәрбиәләнгән 79 бала ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был сара «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында уҙғарыла. Тәүге тапҡыр «Аксаков шыршыһы» 2019 йылда шәфҡәт күрһәтеүселәр аҡсаһына ойошторолдо, шунан һуң Радий Хәбиров республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ошондай байрамдар үткәрергә ҡушты.

Быйыл ойоштороусылар һәр ваҡыттағыса төрлө программа әҙерләгән. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған ҙур-ҙур ҡурсаҡтар байрам кәйефе тыуҙырҙы.

Икенсе ҡатта яңы йыл шыршыһы янында балалар Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә әйлән-бәйлән уйнаны. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарынан «Музыкаль әкиәттәр биттәре буйлап» концерты байрамдың сағыу финалы булды.

Спектакль башланыр алдынан тамашасыларҙы хәләл ефете менән килгән Башҡортостан Башлығы сәләмләне.

«Бөгөн иҫке Яңы йыл, тотош ил уны билдәләй, беҙ ҙә һеҙҙе ошо күркәм байрам менән ҡотларға килдек. Иң тәүҙә балаларыбыҙға мөрәжәғәт итәм. Һеҙ ысынлап та иң яҡшылары, иң матурҙары, иң аҡыллылары һәм иң көслөләре. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, сирҙәрегеҙ юҡҡа сыҡһын, һеҙҙе борсомаһын. Яҡшы уҡығыҙ, ата-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, тормошоғоҙҙа барыһы ла һеҙ хыялланғанса булһын.

Атай-әсәйҙәрегеҙгә сикһеҙ рәхмәтемде һәм оло ихтирамымды еткерәм. Улар һеҙҙең өсөн йәшәй, һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша, уларҙың ҡәҙерен белергә кәрәк.

Әлеге ваҡытта ғаилә башлыҡтары, күптәрҙең атайҙары алғы һыҙыҡта, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бөгөн ошо ғаиләләргә хөрмәтемде һәм һүҙ ярҙамын күрһәтергә теләйем. Барыбыҙ ҙа уларҙың өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуына, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүенә ышанабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

«Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә һәр ваҡыт мөғжизәләргә ышаныуын һәм уларҙың көн һайын булып тороуын теләне.

Концерттан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатыны менән бергә балаларға яңы йыл бүләктәре таратты. 

«Аксаков шыршыһы»нда шәфҡәт күрһәтеүселәр исемлеге: «Транснефть-Урал», «Таврос» компаниялар төркөмө, «КМ-Инвест», «Өсөнсө трест» компаниялар төркөмө, «Лукойл-Уралнефтепродукт», «Өфө» халыҡ-ара аэропорты, «Брауни» кондитер икмәкханаһы, «Эш кейеме комбинаты», «Арника» оптика селтәре, Әлиә Кадикованың  «Космет — А» табип косметологияһы клиникаһы, «Ратиро» уҡыу үҙәге, «ТД «Ҡыҙырбәк-Аква» йәмғиәте, «Өфө Стандарт» йәмғиәте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-13/v-ufe-sedmoy-raz-proshla-traditsionnaya-blagotvoritelnaya-aksakovskaya-yolka-4535534

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас