07:08 (UTC+5), 13 Января 2026

Башҡортостан Башлығы журналистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы

«Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотлайым! Һөнәри байрамығыҙ менән!» — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Ләйлә Аралбаева

Радий Хәбиров төбәктә абруйлы һәм әһәмиәтле баҫмаларҙың күп булыуын әйтте. Һөнәри байрам уңайынан ул быйыл 120 йыллығын билдәләгән «Республика Башкортостан» гәзите хаҡында һөйләне. Гәзиттең беренсе һаны 1906 йылда «Уфимский рабочий» исеме аҫтында донъя күрә. 

«Бала һәм үҫмер сағымда «Советская Башкирия» исемен йөрөттө, ул саҡта уның тиражы 120 мең дана ине, — тип уртаҡлашты республика етәксеһе. — Төрлө йылдарҙа бында Степан Злобин, Әнүәр Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, шулай уҡ Константин Симонов һәм билдәле сатириктың атаһы Николай Задорнов кеүек яҙыусылар һәм журналистар эшләне».

Радий Хәбиров «Республика Башкортостан» гәзитенең беренселәрҙән булып донъяға Өфө ғалимы Анатолий Пшеничнюктың Ырымбур өлкәһендә сармат алтыны табыуы тураһында хәбәр итеүен билдәләне.

«Ул ваҡытта интернет юҡ ине, гәзит редакциялары мәғлүмәтте тиҙерәк еткереүҙә ярышты. Бөгөн мәғлүмәтәр күп, иң мөһиме — халыҡҡа ошо сикһеҙ диңгеҙҙә йүнәлеш табырға, дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итеү. Был киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы булып тора, — тине Башҡортостан Башлығы. — Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2025 йылдың октябрендә миллионлы ҡалаларҙа «Дзен Яңылыҡтар»ҙа тәүге 3 медиа исемлегендә беренсе урынды алды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-13/glava-bashkirii-pozdravil-zhurnalistov-s-dnem-rossiyskoy-pechati-4535361

архив / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыархив / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: архив / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика