

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов менән булған хәлгә аңлатма бирҙе. Әлеге көндә ул өйөндә һаҡ аҫтында ултыра.
«Артур Мөхлис улы өсөн бик борсолам. Лайыҡлы етәксе, Бишбүләк районы өсөн шул тиклем тыныс инем. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ һаҡлау органдарының ниндәйҙер һорауҙары килеп тыуған, тикшереү бара, ул өйҙә һаҡ аҫтында ҡала. Үҙҙәре асыҡлар», – тине Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәфтишселәр фекеренсә, район башлығы етем балаларға хәүефһеҙлек талаптарына тап килмәгән торлаҡ биргән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.