Февраль айында Башҡортостан халҡын йәнә оҙайлы ял көндәре көтә. Биш көнлөк эш аҙнаһында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өс көн рәттән – 21-енән 23-өнә тиклем ял була.
«Башинформ» яҙғанса, 2026 йылда республикала туғыҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы. Февралдән тыш, мартта, артабан апрелдә, май байрамдары алдынан һәм июндә. Ноябрҙә Рәсәйҙә эш аҙнаһы ике өлөшкә бүленә, ә декабрҙең һуңғы аҙнаһында өс кенә эш көнө көтөлә.
Шулай уҡ республикала 20 мартта Ураҙа байрамы айҡанлы өҫтәмә ял көнө була. 27 майҙа – Ҡорбан байрамы, шуға күрә эш аҙнаһы ике өлөшкә бүленеүе ихтимал.