Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар , 10:33

Республикала транспорт хәрәкәте сикләнде

Был һауа торошоноң боҙолоуына бәйле.

«Башинформ» / архив
Фото: «Башинформ» / архив

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле Башҡортостандың ике автомобиль юлында ваҡытлыса сикләү ғәмәлдә ҡала.

Республика Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ юлының 0-104-се километрға тиклемге участкаһы (Башҡортостандың Ейәнсура районы) барыһы өсөн дә ябыҡ.

Өфө – Инйәр – Белорет юлының 27-222-се километры ( Ҡырмыҫҡалы районы, Архангел районы, Белорет районы) пассажирҙар транспорты һәм фуралар өсөн ябылды.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Архангел районында автомобилдәр йыйылған урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Кешеләрҙе Архангел ауылындағы ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына алып барыу ойошторолған. Уҙған төндә пунктҡа 8 кеше, шул иҫәптән 2 бала мөрәжәғәт иткән.

Бынан алдараҡ Башҡортостан трассаларында өс күсмә йылытыу пункты асылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-06/iz-za-nepogody-v-bashkirii-vveli-ogranichenie-dvizheniya-transporta-4529703

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас