Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 6 ғинуарҙа, Башҡортостанда насар һауа шарттары һаҡлана. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы -2,-7°.
Шаршамбы, 7 ғинуарҙа, төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15°, аяҙытҡанда -20° тиклем, көндөҙ -4, -9°.
Кесаҙна, 8 ғинуарҙа, шулай уҡ төндә бер аҙ ҡар фаразлана. Көндөҙ ҡар, епшек ҡар, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдар тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12°, көндөҙ 0, -5°.