Башҡортостанда пилотһыҙ осҡос хәүеф иғлан ителде. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.
«Өфө» аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде.
«Сикләүҙәр осоштарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк», - тип белдерҙеләр Федераль һауа транспорты агентлығында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «112 — Ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы эшләй. Уны телефонға ҡуйырға кәңәш ителә. Ҡушымта ярҙамында ваҡиға тураһында хәбәр итергә һәм табиптарҙы, янғын һүндереүселәрҙе, полицияны һәм башҡа ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе ярҙамға саҡырырға мөмкин.
Бынан тыш, ҡушымта аша республика биләмәһендә хәүефле һауа торошо һәм пилотһыҙ хәүеф режимын индереү, шулай уҡ уны ғәмәлдән сығарыу тураһында push‑хәбәр алырға мөмкин.