Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар , 00:29

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ике трассала хәрәкәт сикләнде

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында Карпатау — Мәсәғүт — Ачит автомобиль юлының 8-се саҡрымынан 159-сы саҡрымына тиклемге һәм Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Яңы Балаҡатай — Үңкерҙе трассаһының 0-се саҡрымынан алып 112-се саҡрымына тиклемге участкаларында иртәнгә тиклем автобустар һәм йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнде. Был хаҡта БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр.

Юл сикләүҙәре 5 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-ҙа алыныр тип көтөлә.

Быға тиклем Башҡортостанда өс трассала буран арҡаһында сикләүҙәр индерелде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас