15:48 (UTC+5), 04 Января 2026

Башҡортостанда Өфө — Инйәр — Белорет юлы ваҡытлыса ябылды

Фото: Ксения Калинина
Инсаф Хужабирганов

4 ғинуарҙа киске сәғәт 8-ҙән башлап Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 27-се саҡрымдан 222-се саҡрымға тиклемге участкаһында барлыҡ төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт ябылды. Был турала Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов белдерҙе.

Ошондай уҡ сикләүҙәр Өфө — Ырымбур трассаһында индерелгән: 27-се саҡрымдан (Өфө районы Булгаково ауылы) 112-се саҡрымға (Стәрлетамаҡ) һәм 112-се саҡрымдан (Стәрлетамаҡ) 274-се саҡрымына (Яңы Мораптал ауылы) тиклемге участкаларында.

Юл хәрәкәтен сикләүҙәр яҡынса 5 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-ҙа алыныр тип көтөлә.

Трассаның транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнгән участкаларында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары дежур итә. БР ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов әйтеүенсә, Туймазы районындағы «Урал» М-5 федераль трассаһының 1285-се саҡрымында йылытыу пункты асылған, ҡотҡарыусылар водителдәрҙең шылтыратыуҙары буйынса ярҙамға килергә мөмкин. Республикала халҡына һәм ҡунаҡтарға алыҫ сәфәрҙәргә сыҡмай торорға кәңәш ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-04/v-bashkirii-na-treh-uchastkah-avtodorog-vvedyon-pereryv-dvizheniya-4528735

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика