Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2025, 12:30

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндан ҡотлау ҡабул итте

Кремлин.ру
Фото: Кремлин.ру

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡынлашып килгән Яңы йыл уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итте. Республика етәксеһенә ҡотлау һүҙҙәрен Рәсәй Президенты Владимир Путин, Беларусь Республикаһы президенты Александр Лукашенко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин һәм Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ебәрҙе.

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы, Яңы йыл менән һеҙҙе!

Беҙ был яҡты байрамды һәр саҡ айырым тулҡынланыу, өмөт менән көтөп алабыҙ, уның йылыһын ғаиләбеҙгә һәм яҡындарыбыҙға, иптәштәргә, дуҫтарға өләшергә тырышабыҙ. Изге хыялдарыбыҙҙың, ниәттәребеҙҙең мотлаҡ тормошҡа ашырына, киләһе йылдың ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр алып килеренә ысын күңелдән ышанабыҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем», — тип ҡотланы Владимир Путин.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-31/glava-bashkirii-poluchil-pozdravlenie-ot-vladimira-putina-4526181

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас