Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2025, 13:01

Башҡортостанда Мәғәфиә Маликова 100 йәшен билдәләне

матбуғат хеҙмәте / Бөрйән районы хакимиәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / Бөрйән районы хакимиәте

Яҡташыбыҙ быуат сиген үтте. Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылынан Мәғәфиә Нәбиулла ҡыҙы Маликоваға 100 йәш тулды. Район башлығы Рәмил Абдуллин йөҙйәшәр инәйҙе өйөнә барып ҡотланы. 

Мәғәфиә Нәбиулла ҡыҙы Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. Ул һуғыштың бар афәтен үҙ елкәһендә татый: башта йәш ҡыҙ Ленинград өлкәһендә вагон-вагон торф тейәй, аҙаҡ Свердловскиҙа эшләй. Унда үҙенең һөйгән йәре – Бөрйән егете Йосоп Маликов менән таныша. Йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. 1954 йылда улар Бөрйәнгә күсенеп ҡайта һәм шунда төпләнә.

Яҙмыш китабы шулай яҙылғандыр инде, парҙың балалары юҡ. Ире вафат булғас, туғандары Мәғәфиә Маликованы Миәкә районына алып ҡайта, әммә ул килен булып төшкән еренән алыҫта йәшәй алмай. Хәҙер инәй миһырбанлы ауылдаштары – Байназаровтар ғаиләһе ҡанаты аҫтында ғүмер кисерә. Улар уның йортон үҙ участкаһына күсереп, уңайлы тормош өсөн бөтә шарттар булдырҙы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-30/zhitelnitse-bashkirii-magafiya-malikova-ispolnilos-100-let-4525318

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас