Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2025, 13:53

31 декабрҙән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

2026 йылдың 12 ғинуарына тиклем янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән объекттарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәреү, махсус билдәләнгән урындарҙан тыш асыҡ ут ҡулланыу тыйыла.

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республика хөкүмәтендә премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә яңы йыл байрамдарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

«Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына тиклем ике генә көн ҡалды. Һуңғы 5 йылда улар иң оҙайлыһы — 12 көн. Экстрен һәм оператив хеҙмәттәр өсөн был — көсөргәнешле эш осоро, — тип билдәләне Андрей Назаров. — Күп йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары ваҡытында янғын сығыу хәүефе арта. Төп сәбәптәр — хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау, пиротехника, сертификатһыҙ электр гирляндалары һәм биҙәүестәр ҡулланыу, шулай уҡ йылытыу приборҙарын дөрөҫ файҙаланмау».

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов билдәләүенсә, яңы йыл байрамдарында фажиғәле эҙемтәләргә килтергән янғындар сығыу хәүефе арта. Бының төп сәбәптәре тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ, шул иҫәптән иҫерек килеш, электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү. 2025 йылдың башынан бөгөнгәсә 7400-ҙән ашыу янғын теркәлгән, 191 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Андрей Назаров янғындарҙы иҫкәртеү буйынса муниципаль штабтарҙың һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итергә ҡушты. Премьер-министр янғында торлағы зыян күргән йәки янып юҡҡа сыҡҡан осраҡта граждандарға оператив ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген әйтеп үтте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-30/v-bashkirii-s-31-dekabrya-vvoditsya-osobyy-protivopozharnyy-rezhim-4525297

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас