Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.86
+0.01
-14 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2025, 12:25

Республикала күп балалы әсәйҙәрҙе яңылыҡтар көтә

2026 йылдан күп балалы әсәйҙәргә пенсия рәсмиләштерелгәндә бөтә балаларҙы ҡарау иҫәпкә алына. Әле – иң күбе дүртәүҙе генә, тип хәбәр итә «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» телеграм-каналы.

Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Яңы ҡағиҙәләр пенсия алған ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Биш һәм унан күберәк балаһы булған күп балалы әсәйҙәр пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн ғариза бирергә хоҡуҡлы. Быны шәхсән, Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең теләһә ҡайһы клиент хеҙмәтендә йәки онлайн – Дәүләт хеҙмәттәрендә эшләргә мөмкин.

Социаль фондҡа мөрәжәғәт иткәндә үҙең менән бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға кәрәк.

Ғариза 2025 йылдың декабрендә бирелгән икән, арттырылған пенсия 2026 йылдың ғинуарынан түләнә башлай.

Һәр баланы кәмендә йыл ярым ҡараған осраҡта әсә беренсе балаға — 2,7; икенсеһенә — 5,4; өсөнсөһө һәм унан һуңғы балаларға 8,1 пенсия коэффициенты алырға тейеш.

Консультация алыу һәм яҙылыу өсөн берҙәм контакт-үҙәк номеры: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай).

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-28/mnogodetnyh-mam-bashkirii-zhdut-novovvedeniya-4523147

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас