

Ағиҙел ҡалаһының Еңеү мемориалы биләмәһендә «Шыуыу тыйылған» тигән яҙыу ҡуйылған. Хакимиәт урындағы халыҡты был ҡағиҙәне иғтибарға алырға һәм балаларҙың да, тирә-йүндәгеләрҙең дә именлеге тураһында хәстәрлек күрергә саҡыра.
Мемориал биләмәһендә тюбингта шыуған балаларҙың ата-әсәһе яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал, тип иҫкә төшөрҙөләр мэрияла. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 5.35-се статьяһына ярашлы, 500 һумдан 2000 һумға тиклем штраф янай.
Бынан алдараҡ Башинформ Дәүләт Думаһының балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафты арттырыуы тураһында яҙғайны.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.