


Бөтәһе 30-ҙан ашыу кеше награда менән бүләкләнде, уларҙың тырышлығы менән эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән 10 башланғыс бойомға ашырылды.
Улар иҫәбендә Башҡортостандың «Инвалидтар өсөн әүҙем туризм» проекты ла бар. Премия проектты ойоштороусыларға — Рәсәй инвалидтар спорт союзының төбәк вәкиле Максим Кожуховҡа һәм ойошма президенты Флүр Нурлығаяновҡа, «Салют» республика реабилитация үҙәгенең комплекслы реабилитация буйынса белгесе Әлфиә Самойловаға, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Александр Токмаковҡа, «Рәсәйҙең спорт туризмы федерацияһы»ның беренсе вице-президенты Алексей Ярошевскийға тапшырылды.
«Беҙҙең «Инвалидтар өсөн әүҙем туризм проекты» — 2013 йылдан Салауат районында ойошторолоп килгән «Туриада-Йүрүҙән» терәк-хәрәкәт ағзалары зыян күргән инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса Бөтә Рәсәй фестивале. Фестивалдең төп бурысы — Рәсәйҙә спорт һәм туризм менән шөғөлләнеү аша инвалидтарҙы реабилитациялауға булышлыҡ итеү. Йыл һайын ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙы бергә туплай», — тип һөйләне Максим Кожухов.
Былтыр фестивалдә хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта яраланған МХО яугирҙәре командалары ҡатнашты. Башҡортостандан МХО ветерандары командаһы XII «Йүрүҙән-2025» туриадаһының бронза призеры булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.