10:13 (UTC+5), 29 Декабря 2025

Башҡортостан Башлығы БПЛА һөжүме янау ихтималлығына эш планын билдәләне

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ксения Калинина

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 декабрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ентекле туҡталды. Ил биләмәһендә диверсия-террор акттарын башҡарыу хәүефе юғары булып ҡала, тип билдәләне ул.

«Беҙ быйыл даими эшләйбеҙ, яҡшы тормоштан түгел икәне аңлашыла. Төп тема — пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме хәүефе. Беҙ бергәләп һаҡланыу системаһын төҙөнөк. Террорға ҡаршы комитет ағзаларына һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙем. Тотош илдә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа диверсия-террор акттар яһау (шул иҫәптән БПЛА ярҙамында) хәүефе юғары. 

Шуға күрә, беренсенән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байрам объекттарын техник яҡтан нығытыу һәм террорҙан һаҡлау йәһәтенән әҙерлек эштәрен тамамларға.

Икенсеһе: шәхси һаҡ хеҙмәте ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен, ирекле халыҡ дружинаһы ағзаларын, патриотик һәм хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге ойошма вәкилдәрен халыҡ күп йыйылған урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлауға йәлеп итеү. Был мәсьәлә анализланды, муниципалитет башлыҡтарының барыһы ла был эш менән шөғөлләнмәй.

Өсөнсөһө: эске эштәр органдарының шәхси составын һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ҡатнашҡан башҡа кешеләргә йылыныу өсөн биналар бүлеүҙә ярҙам күрһәтеү.

Дүртенсеһе: ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, шикле әйбергә тап булғанда, БПЛА ярҙамында һөжүм итеүе хәүефе янағанда эш итеү буйынса халыҡҡа мәғлүмәт биреү.

Бишенсеһе: саралар үткәрелгән урындарҙа яуаплы вазифа биләгәндәрҙең һәм техник белгестәрҙең дежурлығын ойошторорға. Алыҫ ауылдарҙа һәм полиция нарядтары ҡаралмаған коммерция майҙансыҡтарында ауыл биләмәләре һәм ошондай биналарҙың хужалары көсө менән хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итергә», — тип хәбәр итте республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-29/glava-bashkirii-oboznachil-plan-deystviy-pri-vozmozhnyh-ugrozah-atak-bpla-4523942

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика