Башҡортостанда һыуыҡтар урынына йылы көндәр килә, тип вәғәҙәләй Башгидрометүҙәк синоптиктары.
Бөгөн, 26 декабрҙә, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -11, -16°, көнсығышта -21°.
Иртәгә, 27 декабрҙә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Төндә -10, -15°, аяҙытҡанда -20°, көндөҙ -8, -13°.