Башҡортостанда «Айыҡ водитель» операцияһы башлана. Был хаҡта республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте. Уның барышында эскән водителдәрҙе асыҡлау буйынса тикшереүҙәр ойошторола. Шәхси составтың күпселеге ошо эшкә йәлеп ителә. Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа Дәүләт автоинспекцияһы постары дежурҙа тора.
Владимир Севастьянов һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны (8-347-279-32-92), шулай уҡ телеграм мессенджерына эскән килеш рулгә ултырған водителдәр тураһында аноним рәүештә хәбәр итергә мөмкин.
Йыл башынан республика юлдарында 286 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 100 кешенең ғүмере өҙөлгән, 328-һе имгәнгән.