Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.86
+0.01
-14 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2025, 13:34

Башҡортостанда элекке уҡытыусы Нәзифә Вәлиева 100 йәшен билдәләне

Прибельский ауылында йәшәгән Нәзифә Вәлиеваға 100 йәш тулды. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә Нәзифә Лотфулла ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотланылар.

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр

Нәзифә Вәлиева сығышы менән Кушнаренко районынан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 15 йәш була. Үҫмер ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар менән бергә тылда эшләй, колхозда төрлө эштәр башҡара.

Һуғыштан һуң Нәзифә Лотфулла ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алып сыға. Сирек быуат Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбендә балаларға белем бирә.

Һуңынан яҙмыш уны Прибельский ҡасабаһына алып килә, унда Фәйзрахман Миңлегәрәй улына кейәүгә сыға. Йәштәр матур ғаилә ҡороп ебәрә.

Уҡытыусы булмышына тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы Яңы Ҡыйышҡы мәктәбендә эшләй.

Нәзифә Лотфулла ҡыҙының йортонан кеше өҙөлмәй. Йөҙйәшәр  инәй ғаиләһенең хәстәрен тойоп ғүмер кисерә. Элекке уҡыусылары ла уны онотмай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-25/pedagog-nazifa-valeeva-iz-bashkirii-otmetila-svoyo-100-letie-4521239

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас