Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.86
+0.01
-14 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2025, 17:05

Башҡортостан пенсионерҙарына ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда түләнә

Башҡортостан пенсионерҙарына ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда түләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Яңы йыл байрамдары уңайынан хаҡлы ялдағыларға ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда таратыла, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Социаль фонды.

Социаль фондтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һүҙ ғинуарҙың тәүге яртыһында пенсия алған пенсионерҙар хаҡында бара.

«30 декабргә тиклем фонд банк аша аҡса алыу көнө 1 ғинуарҙан 11-нә тура килгән пенсионерҙарға ғинуар өсөн пенсия күсерә. Әгәр пенсия башҡа көндәрҙә таратыла икән, банк аша аҡса график буйынса килә», — тиелә хәбәрҙә.

Почта аша пенсия билдәләнгән көндәрҙә бирелә. Почтальондар уны 3 ғинуарҙан тарата башлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-26/pensionery-bashkirii-dosrochno-poluchat-yanvarskie-pensii-4522300

Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас