Рәсәй хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға өҫтәмә рәүештә 9,5 миллиард һумдан ашыу бүлде. Аҡса министрҙар кабинетының резерв фондынан федераль дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларының эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелә.
Тейешле бойороҡҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Һүҙ уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр хаҡында бара.
Бүленгән аҡсаның 2,7 миллиард һумдан ашыуы — мәғариф, 3,6 миллиард һумдан күберәге ғилми учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелә. Медицина учреждениеларына — 3 миллиард һумдан ашыу, мәҙәниәт учреждениеларына 105 миллион һумға яҡын аҡса бирелә.
«Кешеләрҙең именлеген арттырыу, уларҙың килеменә ярҙам күрһәтеү өсөн артабан да ҡарарҙар ҡабул итербеҙ. Был дәүләттең туранан- тура бурысы булып тора», — тип билдәләне Михаил Мишустин.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.