06:42 (UTC+5), 24 Декабря 2025

Радий Хәбиров Мәскәүҙә ЮНЕСКО комиссияһының дөйөм йыйылышында сығыш яһаны

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия рәйесенә комиссияның дөйөм йыйылышында сығыш яһарға саҡырыуы һәм республикаға төбәктең бай мәҙәни, тәбиғи, тарихи мираҫын һаҡлау йәһәтенән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Башҡортостандың ғорурланырлыҡ нәмәләре бар. Был йыл беҙҙең өсөн айырыуса уңышлы булды: Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәре — Бөтә донъя мираҫы исемлегенә, беҙҙең «Торатау» ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде. Өфө университетында ЮНЕСКО кафедраһы барлыҡҡа килде, ә Ғафури районында Рәсәйҙә тәүге «алтын ҡаҙаҡтар» асылды.

Беҙ туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ. Мәҫәлән, бөгөн тағы ла бер мөһим аҙым яһаныҡ — Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геология ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Павел Владимирович Химченко менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Бергәләп Башҡортостанда геопарктарҙың милли системаһын булдырыу өҫтөндә эш башлайбыҙ.

Рәсәйҙә ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында яңы геопарктар барлыҡҡа килергә тейеш. Ә беҙҙең республика биләмәләрҙе үҫтереү йәһәтенән туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер», — тип яҙҙы Радий Хәбиров МАХ мессенджерында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-23/radiy-habirov-rasskazal-v-moskve-o-bogatom-kulturnom-nasledii-bashkirii-4518907

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика