Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
05:43 (UTC+5), 23 Декабря 2025

Радий Хәбиров яҡташыбыҙ Максим Шаһиморатовтың хыялын тормошҡа ашырҙы

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

22 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауылынан алтынсы класс уҡыусыһы Максим Шаһиморатов менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 18 декабрендә Максим республика етәксеһе саҡырыуы буйынса уның эш кабинетында булды һәм Радий Хәбиров уны бер йылдан һуң йәнә үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, Максим ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл клубында художество түңәрәгенә йөрөй.

Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтеАзат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

Максим ике тапҡыр «Салют» республика реабилитация үҙәгендә реабилитация үтте, тип һөйләне малайҙың атаһы. Хәҙер ғаилә уны Ҡурғанда академик Г.А. Илизаров исемендәге Милли медицина травматология һәм ортопедия тикшеренеү үҙәгендә дауалау өсөн документтар туплай. 

Мөрсәлим ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Әлгизә Әлибаева әйтеүенсә, Максим үҙаллы уҡый башлаған, һүрәт төшөрөү менән мауыға. Малай республика етәксеһенә үҙенең рәсемен бүләк итте, шулай уҡ танкист булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне.

«Хыялың яҡшы, ир-егеттәрҙеке. Киләһе йылдың мартында һине «Патриот» паркына саҡырам, танкта йөрөтөрбөҙ, унда хәрби техника күп. Бик үп сағыу тәьҫораттар алырһың тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.

Ул үҫмерҙең һүрәттәренең береһенә үҙенеэң изге теләктәрен яҙҙы. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-22/radiy-habirov-ispolnil-mechtu-yunogo-maksima-shagimuratova-4517524

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика