

Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы 81-се йәшендә донъя ҡуйған. Был хаҡта Тәлғәт хәҙрәт социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған һәм мәрхүмәнең рухына доға ҡылыуҙы һораған.
«Һеҙҙән доға ҡылыуығыҙҙы һорайым. Бөгөн, Рәжәб айының өсөнсө көнөндә, тормош иптәшем, балаларыбыҙҙың әсәһе Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Урыны Ожмах түрендә булһын», — тип яҙған мөфтөй.
«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.