Бөрйән районында бүреләрҙең кешеләрҙән ҡурҡмай ауылдарға инеүе ҙур хәүеф тыуҙыра. Мәҫәлән, һуңғы аҙнала Мәһәҙей ауылында йыртҡыстар бәйҙә торған этте ашап киткән. Ә көҙөн Кейекбай ауылы янында бүреләр өйөрөн күргәндәр.
Бүреләрҙең һанын көйләү өсөн урындағы һунарсыларҙан берләшеүҙәрен һәм уларҙы атып алыуҙарын һорайҙар. Хакимиәт башлығы Рәмил Абдуллин хәбәр итеүенсә, Экология министрлығы 14 ғинуарға тиклем бүрегә бушлай рөхсәт ҡағыҙҙары биргән. Районда бүре аулап алған осраҡта 2500-3000 һум премия түләнә (быға тиклем 2000 һум ине). Әлбиттә, документтарҙың теүәл булыуы мотлаҡ.
Көҙгө осорҙа һунарсылар 15 бүре алған, тип билдәләне Бөрйән районы башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.